0%

Тыныс булһын берүк донъялар! Фирүзә Абдуллина.

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search


Тыныс булһын берүк донъялар! (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 1997.. Нәшер ителгән: 09.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


   
Алпан-толпан атлап ҡаршы килә,
Ҡулын һуҙып, яҡты йылмая.
Шул минутта унан матурыраҡ
Бер кем дә юҡ кеүек донъяла.

Үҙ телендә ниҙер һөйләй-һөйләй,
Күҙен ҡыҫып, серле көлә ул,
Был донъяның бөтә мәшәҡәтен
Оноттороу серен белә ул.

Кескәй ҡыҙым ҡулдарымда саҡта
Бәхетемә, гүйә, донъя тар.
Балаларым шат йылмайһын өсөн,
Тыныс булһын, бер үк, донъялар!